26 апреля стартует 11-й Международный диктант по башкирскому языку!
Хөрмәтле райондаштар! Башҡорт телен һаҡлау, популярлаштырыуға йүнәлтелгән “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” белем биреү акцияһы быйыл 11-се тапҡыр 26 — 28 апрелгә тиклем үткәрелә. Йылдағыса һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә был акцияла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бының өсөн һеҙ район мәктәптәрендә ойошторолған майҙансыҡтарға килеп йә булмаһа Башҡортостан юлдаш телевиденияһында тура эфир аша яҙа алаһығыҙ. Акцияның башланыу ваҡыты 11.00 сәғәттә. […]