Хөрмәтле китап уҡыусылар!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенән килгән яңы китаптар менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Декабрь айында башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мирас Иҙелбаев үҙенең 75 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Тынғыһыҙ әҙәбиәтсе өс йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт, күп кенә монографиялар, уҡытыу-методик әсбаптар һәм юғары уҡыу йорттары, урта мәктәптәр […]